Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Давлекановский район Республики Башкортостан

Суд ҡарары суд приставтары контроле аҫтында башҡарылды

19 Сентября 2020
6
0

Өфө районы суд приставтары гражданинға эш урынында тергеҙелеүҙә ярҙам итте.

Өфө районың бер ауыл хужалығы предприятияһында генераль директоры вазифаһын башҡарыусы ир-кеше эшенән бушатыла. Ул был факт менән ризалашмай, хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итә.

Суд уның талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә һәм ойошма етәкселегенән хеҙмәткәрҙе бушатылған вазифаһында тергеҙеүҙе, ир-кешегә сараһыҙҙан барлыҡҡа килгән прогул ваҡыты өсөн эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсация – бөтәһе 1 млн һумдан ашыу аҡса түләүҙе талап итә.

Башҡарыу эше сиктәрендә суд приставы предпритияның етәкселегенә суд ҡарарына ярашлы ир-кешене вазифаһын тергеҙергә һәм тейешле түләүҙәрҙе башҡарырға тигән талап ҡуя. Шулай уҡ, был талаптар ваҡытында теүәл утәлмәгән осраҡта, Рәсәй Федерацияһының енәйәт кодексының 315-се статьяһына ярашлы, ғәйепле кешеләр енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы тураһында иҫкәртеү тапшырҙы.

Предприятияның вазифалы кешеләре суд пристав талаптары буйынса ир-кешене эш урынында тергеҙеү тураhында бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсацияны тулыhынса түләй.

  • Суд ҡарары суд приставтары контроле аҫтында башҡарылды